среда, 9 октября 2013 г.

Обама: янау Америка демократияһына хас булырға тейеш түгел.


Янау һәм ҡурҡытыу Америка демократияһына хас булырға тейеш түгел- был турала Барак Обама Аҡ йорттағы планлаштырылмаған матбуғат конференцияһында белдерҙе.
Ул Вәкилдәр палатаһында күпселекте тәшкил иткән республиканлыларҙы ил иҡтисадына янаған хәүефте алып ташларға, яңы финанс йылы бюджеты өсөн тауыш бирергә һәм дәүләт бурысы кимәлен күтәрергә саҡырҙы.
“Мин теләһә ниндәй фирҡә менән бюджет хаҡында ғына түгел, беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын яҡшыртыу хаҡында ла һөйләшеүҙәр башларға әҙер,-”тине Обама.
Президенттың фекере буйынса, әгәр АҠШ-та дефолт башланһа, ул хөкүмәт эше туҡталыуға ҡарағанда күпкә аяныслыраҡ буласаҡ: “Был иҡтисадты һәләкәткә алып киләсәк,-тип өҫтәне ул.-Күп эшҡыуарҙар һәм иҡтисад белгестәре лә шундай уҡ фекерҙә. Уоррен Баффет әйткәнсә, ул “атом бомбаһы” шартлауына тиң буласаҡ”.
Бынан тыш хөкүмәт эшенең туҡталыуы халыҡ-ара аренала АҠШ-тың абруйын төшөрә. “Башҡаларҙа ҡайҙа юл тотоуҙарын белмәйҙәр, тигән тәьҫир ҡала,-”ти Обама. Президент, хәлдәрҙең ҡатмарланып китеүе арҡаһында, көньяҡ-көнсығыш Азия илдәре буйлап планлаштырылған эш сәфәренән дә баш тартырға мәжбүр булыуын хәтергә төшөрҙө.



Комментариев нет:

Отправить комментарий