среда, 9 октября 2013 г.

Әзербайжандағы һайлауҙар: Илһам Алиевҡа өсөнсө срок янай.


Баку- Әзербайжан именлегенең көҙгөһө. Ҡиммәтле автомобилдәр, ҡунаҡханалар, бутиктар, заманса бейек-бейек йорттар- былар барыһы ла дәүләттең 70% килемен тәьмин иткән нефть байлығы емештәре. Был емештәр ябай халыҡҡа ла тәтей һәм уларҙың күптәре президент һайлауҙарында кем өсөн тауыш бирәсәген хәл иткән дә инде:
“Мин рус телле кеше. Бында үҙемде тыуған ҡаламдағы һымаҡ бәхетле итеп тоям. Мин, әлбиттә, кем бының өсөн тырышлыҡ һалған, шуның өсөн тауыш бирәм.”
“Беҙ яҡшы тормош өсөн, үҙебеҙҙең президентыбыҙ өсөн тауыш бирәсәкбеҙ, сөнки Әзербайжандың халыҡ-ара ареналағы һәм ил эсендәге уңыштарын күрәбеҙ.”
“Шикләнмәгеҙ, кем кәрәк, шуның өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Кем өсөн икәнлеген белеп тораһығыҙ...”
Уларҙың ни өсөн шулай тауыш бирергә йыйыныуын аңлар өсөн, 2003 йылдан 2013 йылға ҡәҙәр йән башына Әзербайжан ВВП-һының 626 евронан 5774 евроға ҡәҙәр үҫеүен белеү ҙә етә. Был- донъялағы иң ҙур үҫеш күрһәткесе.
Ил менән 23 йыл идара иткән атаһы Гейдар Алиевтан 2003 йылда президент посын мираҫ итеп алған Илһам Алиев нефткә хаҡтарҙың юғары булыуынан файҙа күрә. 2008 йылғы һайлауҙарҙа ул икенсе срокка һайланды, әйтергә кәрәк, көнбайыш күҙәтеүселәре ул һайлауҙы бик үк ғәҙел тип тапманы. Бер йылдан һуң, референдум ярҙамында Илһам Алиев президент срогын ике мандант менән сикләүҙе алып ташланы.
Ғүмеренең ахырынаса президент булырмы ул? Булыр, берәй төрлө һуғыш йәки социаль һәләкәт уның яҡлы йәштәр һайлау алды ролигында маҡтаған тыныс ҡына аҡҡан идара итеүен боҙоп ҡуймаһа, әлбиттә.
Әйтергә кәрәк, президентлыҡҡа дәғүә итеүсе кандидаттар уңышҡа ирешерҙәй түгел. Үҙ еңеүенә ышанған Алиев һайлау алды дебаттарында ҡатнашыуҙан баш тартты. Оппозиция ҙур роль уйнамай. Һайлау алды кампанияһында оппозиция кандидаты Йәмил Хәсәнли арымай-талмай бер үҙ һүҙҙәрҙе ҡабатлай:
“Бөгөн Әзербайжанда демократия юҡ. Әзербайжан хөкүмәте демократик һәи ирекле һайлау үткәрергә теләмәй. Илдә демократик һулыш тойолмай.”
Хөкүмәттең санкцияһыҙ демонстрацияларҙы тыйыуына ҡарамаҫтан, оппозиция һуңғы ваҡыт халыҡты урамдарға йышыраҡ алып сыға башланы. Бындай манифестацияларҙан һуң, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары даими рәүештә унда ҡатнашыусыларҙың ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий