четверг, 31 октября 2013 г.

Рәсәй-НАТО: ғалимдар террористарға ҡаршы.


Хәүеф сигналы приборҙың шартлатҡыс эҙҙәрен табыуы хаҡында һөйләй. Был бер кемде лә борсоуға һалмай, киреһенсә, барыһы ла ҡәнәғәт, сөнки һүҙ Европа баш ҡалаларының береһендәге метро станцияһында теракттарҙы булдырмауға йүнәлтелгән һынауҙар хаҡында бара. Табылған террористар- актерҙар, улар бер нәмәне лә шартлатырға йыйынмай. Пассажирҙарҙы, әлбиттә, иҫкәртеп тормай сканирланылар. Был проект- Рәсәй ғалимдарының һәм НАТО илдәренең дөйөм хеҙмәте. Ошо системаны ҡулланыу Мадрид, Лондон, Мәскәү метроһындағы теракттарҙы булдырмаҫҡа мөмкинлек бирер ине. Проект етәксеһе Пьер Шарю һөйләй:
“Әлеге мәлдә транспорт инфраструктураһы, бигерәк тә йәмәғәт транспорты хәүефһеҙлек йәһәтенән авиация транспортынан  күпкә ҡайтыш. Шуға күрә НАТО Рәсәй менән бергәләп бындай инфраструктураны һаҡларлыҡ технология булдырырға ҡарар итте.”
Яңы система халыҡ араһындағы террористы табып ҡына ҡалмаясаҡ, шартлатҡыс ҡайҙа йәшерелгәнен дә билдәләй аласаҡ.
Проекттың баш инженеры Михаил Королев һөйләй:
 “Был бик ҡыҙыҡлы проект булды. Ул- халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яҡшы миҫалы. Терроризм  хәүефе билдәле бер урынға ғына бәйле түгел, билдәле бер ил йәки регион бәләһе лә түгел, ул- бөтә донъяның проблемаһы, тимәк бөтә көстө бергә туплап, йәмғиәттең төплө аҡылын бергә йыйып эш итергә кәрәк.”
Проектты тормошҡа ашырыуҙағы икенсе аҙым- системаны практикала ҡулланыу, ул киләсәктә йәмәғәт урындарындағы һәм ҙур сараларҙағы террористик акттарҙы булдырмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий