Канада Ванкуверындағы
кафела виртуаль биткоин валютаһын алмаштырыусы тәүге банкомат ҡуйылған. Был
аппарат клиенттарға үҙҙәренең виртуаль янсығын Канада долларҙарына һатып
алынған биткоиндар менән тултырырға, виртуаль валютаны алмаштырырға йәки
смартфон ярҙамында кофе өсөн түләргә мөмкинлек бирә.
“Хәҙер беҙ
биткоиндарға һорау арта барыуын күрәбеҙ, быға аптырарлыҡ түгел, сөнки валюта
барған һайын уңыш ҡаҙана,-” ти “Робокоин” компанияһынан Джордан Келли.
Бер көн эсендә 2880 америка
долларынан артыҡ сумманы алмаштырырға ярамай. Был операция өсөн клиенттың усын
сканирлайҙар. Бөгөнгө көндә биткоиндың долларға ҡарата алмаштырыу курсы 1-гә
200. Виртуаль валютаның хаҡы 2012 йылдың ноябренән бирле 20 тапҡырға артты,
әммә курсы үтә лә үҙгәреүсән булып ҡала.
2008 йылда япон
программисы Сатоши Накамото уйлап тапҡан тәүге биткоиндар 2009 йылда металдан
һуғыла. Был виртуаль валюта тәү сиратта үҙенең анонимлығы, бер хөкүмәт йәки
Үҙәк банк тарафынан да регулирланмауы менән ҡыҙыҡтыра. Бынан тыш, уның
ярҙамында яһалған килешеүҙәргә һалым һалыу өсөн Германия уны ҡәҙимге валюта
итеп таныһа ла, ул һалымдарҙан азат. Биткоиндар законһыҙ эшмәкәрлек өсөн дә бик
уңайлы, мәҫәлән, елдән килгән аҡсаларҙы законлаштырыу, наркотиктар менән сауҙа
итеү, сутенерлыҡ һ.б.
Һәр тәңкәнең, хатта
виртуаль булғанының да кире яғы бар. Биткоинды “яңы алтын” кеүегерәк
тасуирлайҙар, әммә уның асылына иҡтисадсыларға үтеп инәһе бар әле.
“Һатып алыу һәләте
ҡайҙан килеүе аңлашылмай, улар артында нимә тороуы ла билдәле түгел. Банк та,
финанс надзоры ла юҡ, ә был проблемалар тыуҙыра, сөнки бөтә иҡтисад системаһын
хәүеф аҫтына ҡуя,-”тип киҫәтә Фрайбург университетының иҡтисад профессоры Серджио
Росси.
Билдәле булыуынса,
Норвегия кешеһе 2009 йылда 24 долларға 5 мең биткоин һатып алған. Уҙған йылдың
апрелендә уларҙың хаҡы 850 мең долларға барып еткән. Инженер виртуаль
байлығының бер өлөшөн Осло үҙәгендәге реаль фатир һатып алыуға тотонған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий