среда, 30 октября 2013 г.

Олимпиадаға ҡәҙәр 100 көн ҡалды.


Теүәл йөҙ көндән Сочи Олимпиадаһында 80-дән ашыу илдән килгән 6 мең спортсы 98 төр ярышта көс һынашасаҡ. Һанаулы көн тиҙ үтә, Ҡара диңгеҙ һәм Кавказ тауҙары араһында урынлашҡан Олимпиада баш ҡалаһы ҡунаҡтар килеүгә әҙерлекте тамамлай. Рәсәй властары Олимпия уйындарының юғары кимәлдә үтеүен теләй, бының өсөн әҙерлек барышында 36 миллиард евро сарыф ителгән.
Халыҡ-ара Олимпия комитеты ҡәнәғәт.
“Беҙҙең уртаҡ һығымта шундай: барыһы ла яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Ҡунаҡхана ла, инфраструктура ла, кисә беҙ йөрөгән поезд да. Бөтә нәмә әҙер тиерлек. Ҡайһы бер ваҡ-төйәкте төҙәтергә генә кәрәк, Олимпиадаға 4 ай ҡалғанда, ул шулай була инде ул. Ҡыҫҡаһы, Сочиҙа бөтә нәмә үҙ ваҡытында эшләнә,-”тип белдерҙе Халыҡ-ара Олимпия координация комиссияһы етәксеһе Жан-Клод Килли.
Сочиҙағы төҙөлөш ваҡытында тамамланһын өсөн, бик күп эшсе ҡулдар талап ителде, шул иҫәптән мигранттар ҙа. Төҙөлөш компаниялары 16 мең кешене эш менән тәьмин итте. Human rights watch һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары билдәләүенсә, уларға хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнмәгән, тормош шарттары ла шәптән булмаған.
Хәҙер, эш тамамланғас, миграция властары эшсе мигранттарҙы өйҙәренә ҡайтара. Бынан тыш ҡаланан законһыҙ мигранттарҙы ла оҙаталар- “Миграция һәм закон”интеграция үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, көн һайын 15-тән алып 290-ға ҡәҙәр кешене.
“Миңә ҡалһа, Олимпия уйындарының маҡсаты икенсерәк. Олимпиадаға әҙерлек барышында, уйындар барышында ундай маҡсат ҡуйылмай. Гуманизм төп идея булып тора,-”ти был ойошма вәкиле Семен Симонов.
Законһыҙ мигранттар менән көрәш именлек проблемаһы менән бәйләнгән. Экстремистар Олимпиадала теракттар ойошторорға вәғәҙә биргәйне, шуға күрә властар хәүеф-хәтәрҙе булдырмау яғында. Лондон Олимпиадаһындағы һымаҡ, 37 мең полицейский һәм хәрби хеҙмәткәр именлек һағында торасаҡ.
Автобустағы 6 пассажирҙың ғүмерен киҫкән Волгоградтағы теракт экстремистарҙың янауы буш һүҙ түгел икәнлеген күрһәтте. Улар, Сочиҙағы Олимпиаданы өҙөү өсөн, барыһын да эшләргә вәғәҙә итте.
Шуға ла Рәсәй властары бығаса тиңдәше булмаған саралар күрә. Именлек һағында тороусылар ҡарамағында ҙур тиҙлек менән йөрөүсе катерҙар, шартлатҡыс матдәләрҙе тойоп алырға һәләтле детекторҙар. Һауанан күҙәтеү комплекстары, радио менән идара итеү шартлатҡыстары булған бомбаларҙы томалағыстар һәм спорт байрамын боҙорға ниәтләгәндәргә кәртә ҡуйырға тейешле башҡа бик күп нәмәләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий