Франции президенты
Олланд Нигерҙа аманатҡа алынған дүрт француздың азат ителеүе хаҡында хәбәр
итте. Өс йыл элек улар “Әл-Ҡаиҙә”нең төньяҡ Африка бүлеге ҡулына эләгә.
Олланд, мәғлүмәт
алынғас та, Нигер баш ҡалаһы Ниамейға Францияның оборона министрын һәм сит ил
эштәре министрын ебәрә. Элекке аманаттар Нигер властарына тапшырылған һәм,
артабан тыуған иленә юл тотоу өсөн, аэропортҡа килтерелгән.
Франсуа Олланд, Франция президенты:
“Оятһыҙ төрмәселәр
ҡулында өс йыл яфа күргән беҙҙең граждандарыбыҙ, әсирҙәребеҙ, аманаттарыбыҙ.”
Уларҙың ниндәй
шарттарҙа азат ителеүе хәбәр ителмәй, әммә Олланд үҙенең Нигер коллегаһына “айырым
рәхмәтен” белдерҙе.
Француздарҙы 2010
йылдың сентябрендә урлағандар. Улар Арлит регионындағы уран шахтаһында эшләгән.
Экстремистар әсирлегендә улар менән бергә 2011 йылда Малиҙа урланған йәнә бер
нисә сит ил кешеһе булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий