среда, 30 октября 2013 г.

Мармарай туннеле- төрөк солтанының хыялы.


 Босфор боғаҙын ни бары 4 минутта үтеү. Төрөк солтаны Абдул-Ғәмидтең хыялы тормошҡа ашты. Ул 1860 йылда уҡ француз инженерҙарына Стамбулдың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәрен берләштереүсе туннель проектын эшләргә тәҡдим итә.
Мармарай атамаһын алған был циклоп проекты 76 километр тимер юлын, ер өҫтөндәге 37 станцияны, 3 ер аҫты, 4 күсеп ултырыу һәм 8 ҡала-тирә вокзалын үҙ эсенә ала. Уға 15 миллионлы Стамбул халҡының, тәү сиратта көн һайын Босфор аша йөрөгән 2 миллион кешенең тормошон еңеләйтеү бурысы йөкмәтелгән.

“Мин европа өлөшөндә йәшәйем, ә минең туғандарым- азия өлөшөндә. Мин уларға ҡунаҡҡа барғылайым. Ҡайһы саҡ башҡа эштәр ҙә була,-ти Стамбул кешеһе.-Әле туннель аша сығырға ине иҫәп, әгәр бөгөн мөмкин булһа инде.”
Төҙөлөш эштәре 2004 йылда, проект Япония халыҡ-ара хеҙмәттәшлек банкы һәм Европа инвестиция банкы тарафынан финанс ярҙамы алғас башлана. Төҙөлөштө башлыса төрөк һәм япон компаниялары ингән халыҡ-ара консорциум алып бара.
Мармарай юлы- 13,6 километр, шуның 1,4 километры Босфор боғаҙы аша үтә. Төҙөлөштөң хаҡы 3,3 миллиард евроға барып баҫҡан, туннель аша көн һайын 1,5 миллион пассажир йөрөй аласаҡ.
Туннель Босфор төбөнә 60 метр тәрәнлеккә һалынған ике ҡат торбанан ғибәрәт. Ул Рихтер шкалаһы буйынса магнитудаһы 9 балл булған ер тетрәүҙәргә сыҙай ала. Был бик мөһим, сөнки 20 километр алыҫлыҡта ғына Төньяҡ Анатолий ярсыһы үтә, сейсмологтарҙың фекеренсә, ул алдағы 30 йыл эсендә ер тетрәүҙәргә алып килеүе ихтимал.
Туннель төҙөгән саҡта, 40 мең самаһы боронғо нәмәләр табыла, шул иҫәптән Урта быуаттың 30 Византия карабынан торған тотош флотилия. ЮНЕСКО белдереүенсә, был ҡиммәтле табыштар Бөтә донъя мираҫы объекттарына индерелә ала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий