вторник, 29 октября 2013 г.

Ҡытай властары Тяньаньмэндәге һәләкәт сәбәптәрен асыҡлай.


Пекиндағы Тяньаньмэнь майҙанындағы автоһәләкәт ҡорбандары бишәүгә етте. Майҙандың төньяғынан китеп барған джип ҡапыл йәйәүлеләргә килеп бәрелә һәм мәрмәр ҡоймаға төкөлә. Машина тулыһынса янып бөтә. Джиптағы өс кеше һәләк була- Филиппин гражданкаһы һәм Ҡытай турисы. 38 кеше тән йәрәхәттәре ала.

Фажиғә Ҡытай императорҙарының элекке резиденцияһына-“Ябыҡ ҡала”ға ингән ерҙә, Мао Цзедундың ғәләмәт ҙур портреты янында ғына була. Полиция хәҙер шуны асыҡлай: водитель быны махсус рәүештә эшләгәнме, әллә машина менән идара итә алмағанмы.

Әлегә властар ваҡиғаға бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Фажиғә булғас та, майҙан уратып алына, туристар эвакуациялана, был урынға яҡын булған метроларҙан сығыу юлы ябыла. 

Хәҙер, шаһиттарҙың һөйләүенсә, Тяньаньмэнь аша автомобилдәр яйлап йөрөй башлаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий