Францияның
төньяҡ-көнбайышынан елеп үткән Кристиан атлы штормды сәғәтенә 140 километрға
еткән көслө ел оҙатып йөрөнө.
Матди зыянды әле
иҫәпләйһе бар, әммә, билдәле булыуынса, электр селтәре етди ҡаза күргән, шул
арҡала дүшәмбенең төш ваҡытында 40 000 самаһы ғаилә һәм Бретань,
Нормандия, төньяҡ региондар электр утынан мәхрүм ҡалғайны.
Транспорт эшендәге
өҙөклөктәр өйләгә ҡәҙәр бөтөрлдө, мәҫәлән, көслө ел арҡаһында Дувр портына инә
алмаған 450 пассажиры булған круиз лайнеры Бретань ярҙарына буксирланды.
Францияла оло йәштәге
бер ҡатын хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә, Нидерландтарҙан Амстердамда йәшәүсе
ҡатындың һәләк булыуы хаҡында хәбәр итәләр, уны канал буйындағы ағас ауып
баҫҡан. Бер нисә кеше ватылған быяла һәм ауған ағастарҙың ботаҡтары тейеп тән
йәрәхәттәре алған.
Борам һәм авиа
бәйләнешендә өҙөклөктәр күҙәтелә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий