понедельник, 28 октября 2013 г.

АҠШ-ГФР: кем дөрөҫөн һөйләй?



Кем дөрөҫөн һөйләй? Немецтарҙың киң мәғлүмәт саралары ГФР канцлеры Ангела Меркелдең кәрәҙле телефондан һөйләшеүен тыңлауҙары хаҡында өс йыл элек үк президент Барак Обамаға билдәле булыуы  тураһында хәбәрҙәр баҫтырғайны. АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы(АНБ) уны инҡар итте.
Вild журналының йәкшәмбеләге баҫмаһы раҫлауынса, аҫтыртын ғына тыңлауҙар кесе Джордж Буш ваҡытында, 2002 йылда уҡ башланған, ул саҡта сәпкә канцлер Герхард Шредерҙы алғандар. Өҫтәүенә, немецтарҙың киң мәғлүмәт саралары раҫлауынса, шпиондар “ояһы” Берлиндағы АҠШ илселегенең 4-се ҡатында урынлашҡан булған.
Уҙған аҙна АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы өсөн ябайҙан булманы: Европа баҫмаларында, Ангела Меркелдең шәхси һөйләшеүҙәрен дә индереп, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, Франция һәм Италияның тиҫтәләрсә миллион граждандарының телефон әңгәмәләрен тыңлауҙары хаҡында байтаҡ материал донъя күрҙе.
Барак Обамаға канцлер менән күҙмә-күҙ ултырып аңлатма бирергә тура килде, ул, Америка махсус хеҙмәттәре канцлерҙың телефондан һөйләшеүен тыңламай һәм тыңламаясаҡ, тип ышандырҙы. Ләкин был үткән заманға ҡағыламы икән һуң?


Комментариев нет:

Отправить комментарий