Михаил Саакашвили осоро
тамамлана. Идара итеүсе “Грузин хыялы”кандидаты Георгий Маргвелашвили Грузияның
президент һайлауҙарында ышаныслы рәүештә еңеү яулай. Экзит-полл мәғлүмәттәре
буйынса, ул тауыштарҙың 66-68 процентын ала. Шул уҡ мәғлүмәттәр буйынса, уның
төп дәғүәсеһе- Саакашвили фирҡәһе кандидаты Давид Бакрадзе- тауыштарҙың 20
процентын йыя, парламенттың элекке спикеры Нино Бурджанадзе-7,5 - 10%.
Һайлауҙар барышын 20
мең самаһы кеше күҙәтте. Һайлауҙарҙан һуң, Грузия парламент республикаһына
әйләнәсәк. Яңы конституция буйынса, президенттың хоҡуҡтары һәм вәкәләттәре
сикләнә, ә парламент һәм премьер-министрҙың киңәйә. Шулай ҙа президент элеккесә
дәүләт башлығы булып ҡала.
Комментариев нет:
Отправить комментарий