воскресенье, 27 октября 2013 г.

Вашингтондағы манифестанттар: “Рәхмәт, Эдвард Сноуден!”


Шәмбе көн Вашингтондағы Капитолий алдына, шпион ғауғаһын тыуҙырған АҠШ-тың Милли именлек агенствоһының разведка программаһына ҡаршылығын белдереү өсөн, йөҙҙәрсә манифестант йыйылды. Йыйылған халыҡ ябай граждандарҙың һәм донъя лидерҙарының артынан ойошторолған күҙәтеүҙәр хаҡында мәғлүмәтте асҡан агенствоның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуденға теләктәшлеген белдерҙе.
“Ул ысын герой. Енәйәтселәрҙе тотһондар әйҙә, улар Мерилендта ла, бында Вашингтонда ла күп. Дөрөҫөн һөйләүселәрҙе, саң һуғып, кешеләрҙе иҫкәртеүселәрҙе эҙәрлекләргә, төрмәгә тығырға, хоҡуҡтарынан мәхрүм итергә ярамай. Уларҙы пьедесталға ҡуйырға кәрәк!
Манифестацияла ҡатнашыусылар араһында һул хәрәкәт активистары ла, Сәй фирҡәһе консерваторҙары ла бар ине. Демонстрацияға сығыусылар интернет аша 575 мең кеше ҡултамғаһын ҡуйған петицияны конгресҡа тапшырҙы. Улар Милли именлек агенствоһы прогаммаһының ысын масштабын асып һалыуҙы талап итте.

Акция АҠШ конгресы ҡабул иткән  электрон бәйләнештәр һәм телефон аша һөйләшеүҙәрҙе күҙәтеү өсөн нигеҙ булып торған Патриотик акттың 12 йыллығына тура килтереп үткәрелде. Кампанияны күп кенә сәйәсмәндәр һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре яҡланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий