воскресенье, 20 октября 2013 г.

Португалия манифестанттарына күпер аша йөрөргә рөхсәт итмәнеләр.


Португалия профсоюздары активистары автобустарҙа Лиссабонға килә. Ҡала властары именлек маҡсатында Тежу йылғаһы аша һалынған “25 апрель” күперенән уларға йөрөргә рөхсәт итмәне, шуға күрә манифестанттар күпер аша автоклонна составында сыҡты.

Меңдәрсә кешене йыйған ҡаршылыҡ акцияһы Педро Пасуша Коэлью хөкүмәте сәйәсәтенә һәм халыҡ-ара “өс” кредиторҙың талабы буйынса кабинет индергән бюджет экономияһы сараларына ҡаршы йүнәлтелгән.


Италиялағы һымаҡ уҡ, киләһе йылға ҡабул ителгән бюджет ҡаршылыҡ акциялары башланыуға сәбәпсе булды- профсоюздар дәүләт хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡтарын һәм пенсияларын кәметеүҙе оҡшатмаған. 

Ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында торған Порту ҡалаһында ла шундай уҡ ҙур манифестация уҙған. Әммә унда Дору йылғаһындағы күпер аша сығырға рөхсәт иткәндәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий