воскресенье, 20 октября 2013 г.

Австралиялағы янғындар хәрби уйындар арҡаһында башланғанмы?


Австралиялағы урман янғындарының сәбәбе шартлатҡыстар ҡулланып үткәрелгән хәрби уйндарға бәйле булыуы мөмкин- ил-ҡитғаның командованиеһы ошо версияны тикшерә. Маневрҙар шаршамбы үткәрелә, янғындар ҙа тап ошо көндә башлана. Янғындар 30 мең гектар урманды һәләк иткән, ут фронты Сиднейҙан 100 километр алыҫлыҡта ғына. Янғын һүндереүселәр әлегә уны ауыҙлыҡлай алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий