суббота, 19 октября 2013 г.

Греция: сиғандар таборында табылған бала кемдеке?


Үҙәк Грецияла сиғандар ҡулға алынған, сөнки ДНК анализдары һөҙөмтәләре буйынса, ғаиләләрендә табылған ҡыҙыҡайҙың уларға бер ниндәй ҙә туғанлығы булмаған. Бала сиғандар лагерында шаршамбы көн общинаның легаль булмаған эшмәкәрлеген тикшергәндә табыла. Марияның шәхесен асыҡлау өсөн, ил властары халыҡ-ара йәмәғәтселектән ярҙам һорай.
Фессалия провинцияһының полиция башлығы Вассилис Галатсис ир менән ҡатындың һорау алыу ваҡытында ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр биреүен белдерҙе:
“Баланың үҙ ата-әсәһе түгеллектәрен күрһәтмәләрендәге айырмалыҡтар ҙа дәлилләп тора.”
Баланы урлауҙа, ялған документтар менән файҙаланыуҙа шик аҫтына алынған ирле-ҡатынлы был икәү әлегә һаҡ аҫтында. Хәбәр итеүҙәренсә, был парҙа 10 баланың документы табылған.

Һорау алыу барышында шул асыҡланған: 5-6 йәшлек ҡыҙ бала сиғандар ғаиләһенә 2009 йылда килеп эләккән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий