пятница, 18 октября 2013 г.

Израиль төҙөлөштө дауам итә.


Израиль тәүге ярты йыллыҡта Иордан йылғаһының көнбайыш ярында йорттар төҙөүҙе 70 процентҡа арттырған- властарҙы фәләстиндәр менән территориаль компромисҡа саҡырыусы Израилдең хөкүмәттке булмаған үтә һул “Шалом Ахшав” (“Хәҙерге донъя”) ойошмаһы кесе йома шундай белдереү менән сығыш яһаны. Доклад авторҙары раҫлауынса, һығымталар һауанан төшөрөлгән фотоларға һәм төҙөлөш барған райондарҙан алынған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп яһалған.
“Төҙөлөш дауам итә, был- бөтә фәләстиндәрҙе мыҫҡыл итеү. Күҙ алдына килтерегеҙ: ике кеше пиццаны бүлешеп ашарға теләй, ә был ваҡытта уларҙың берәүһе ашауын дауам итә,-”ти “Хәҙерге донъя”ойошмаһы вәкиле Хагит Офран.
Докладта әйтелеүенсә, уҙған йыл 1000 торлаҡ төҙөлһә, ошо йылдың ғинуарынан июнгә ҡәҙәр Иудея һәм Самария округтарында 1700 йорт төҙөлгән. Израилдең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, округтың Ауылдар советы “Хәҙерге донъя”ойошмаһын мәғлүмәттәрҙе боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләй.

Фәләстин яғынан һөйләшеүҙәр алып барған Сәиб Эрекат уҙған йәй АҠШ инициативаһы буйынса ҡайтанан башланған тыныслыҡ процесының Израил хөкүмәте тарафынан емерелеүе хаҡында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий