Бысраҡ һауа кешеләрҙә
яман шеш ауырыуҙары тыуҙырыусы төп сәбәп булыр тора- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау
ойошмаһы структураһына ингән Халыҡ-ара яман шеште өйрәнеү агенствоһы шундай һығымтаға
килгән.
Агенствоның 2010
йылдан бирле йыйылған мәғлүмәттәре буйынса, донъялағы 220 мең үпкә яман шеше
менән ауырыу осрағы һауаның бысраныуы арҡаһында килеп сыҡҡан.
“Һауаның бысраныуы
кешене ағыулай,- ти ойошма вәкиле.-Беҙ һулаған һауабыҙҙы алмаштырып ҡуя
алмайбыҙ, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы. Эшкә күмәкләп тотонғанда
ғына, мәсьәләне хәл итеп буласаҡ.”
Агенство мәғлүмәттәре
буйынса, сәнәғәт ҡалдыҡтары, төтөн таралыуы арҡаһында, иң бысраҡ һауа Ҡытайҙа
һәм Һиндостанда. Элегерәк Евроберләшмә белгестәре хәбәр итеүенсә, Европа
илдәренән Болгария һәм Польшала хәлдәр был өлкәлә борсолоу тыуҙыра.
Башҡортостанды алһаҡ, ул йәһәттән Салауат ҡалаһынан да хәүефлерәк ҡала юҡтыр,
моғайын.
Комментариев нет:
Отправить комментарий