пятница, 18 октября 2013 г.

Ҡоллоҡ һаман һаҡлана.


Донъялағы 30 миллион кеше әле лә ҡол булып йәшәй, һүҙ кабалаы хеҙмәт, көсләп фәхишәлек менән шөғөлләндереү, кредит биреүселәргә бойондороҡлолоҡ, көсләп кейәүгә биреү хаҡында бара.
Австралияның Walk Free хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы һығымталары шундай.
Ҡолдарҙың яртыһы Һиндостанда, әммә, авторҙарҙың әйтеүенсә, тикшереүҙәр алып барылған 162 илдең барыһында ла ниндәйҙер кимәлдә был афәт йәшәп килә.
“Иң көсһөҙҙәрҙе эксплуатациялау, ҡомһоҙлоҡ, байыу, енси теләктәрен ҡәнәғәтләндереү, үҙ өҫтөнлөгөн күрһәтеү өсөн башҡаларҙы хоҡуҡтарынан мәхрүм итергә әҙер тороу- кешелектең иң ҡараңғы яғы,-” ти ойошмаға нигеҙ һалыусы Эндрю Форрест.
Walk Free раҫлауынса, хәҙерге заман ҡол биләүселәре йыл һайын 32 миллиард доллар килем ала, 58 илдә, 122 төр тауар етештергәндә, ҡолдар көсө файҙаланыла.
АҠШ-тың элекке дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтон һүҙҙәре буйынса, был рейтинг беҙгә яуап табырға мөмкинлек бирәсәк. Кешеләрҙе контрабанда юлы менән ташыу- бөтә илдәргә лә ҡағылышы булған енәйәт, бының менән көрәшеү- донъялағы бөтә хөкүмәттәрҙең дә бурысы, әммә уларҙың береһе лә был мәсьәләне тейешенсә хәл итергә тырышмай.
Рәсәй исемлектә 49-сы урында тора, тикшеренеүселәрҙең иҫәбе буйынса, илдә ярты миллиондан ашыу ҡол бар.

Хатта документтары ла булмаған, ауыр шарттарҙа эшләгән һәм йәшәгән мигранттарҙың бушлай хеҙмәте- Рәсәйҙәге ҡоллоҡтоң бер миҫалы. Февралдә Human Rights Watch белдереүенсә, бындай хеҙмәт хатта Сочиҙағы олимпия объекттары төҙөлөштәрендә лә ҡулланыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий