четверг, 17 октября 2013 г.

Енәйәтсе нацистың кәүҙәһен ҡайҙа ҡуйырға?


Эрих Прибкеның кәүҙәһен ҡайҙа ҡуйырға? Рим эргәһендәге ҡаласыҡта матәм тантанаһы ваҡытындағы хәлдең ҡабатланыуын нисек булдырмаҫҡа? Ҡайҙа ғына ерләһәләр ҙә, уның уның ҡәбере неонацистарҙың табыныу урынына әйләнеүе ихтимал, шуға күрә Италия ҡалалары енәйәтсе нацисҡа зыяраттан урын бирергә теләмәй.
1998 йылда ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгән, һуңғы 15 йылын Римдағы йортонда һаҡ аҫтында үткәргән һәм шунда йома көн вафат булған СС капитаны үҙенең нацистик ҡараштарынан ахырғаса баш тартмаған.
Ул хөкөм ителгән, 1944 йылда Римда Ардеатин мәмерйәләрендә халыҡты язалауҙағы роле өсөн “ит сабыусы”ҡушаматын алған. Ул саҡта Прибке 335 кешене аттырған- Италия партизандарының 33 эсэсовсыны үлтереүе өсөн үс алыу була был.
Һуғыштан һуң, Прибке Аргентинаға ҡаса, хатта исемен дә үҙгәртеп тормай, Баррилоче ҡаласығында ғаиләһе менән тыныс ҡына йәшәй башлай. Уны 1994 йылда табалар һәм бер йылдан һуң Италияға оҙаталар.
Прибке- Аргентинала төйәк тапҡан берҙән-бер енәйәтсе түгел. 45 йылда Хуан Перон, фашизм идеялары менән рухланып, ил ишектәрен еңелгән нацистар өсөн шар асып ҡуя. Улар араһында Эйхман, Менгеле, Борман була. Күп енәйәтселәр йәшеренә бында.
Иң билдәле енәйәтсе нацистарҙың ҡәберҙәре тирәһендә легендалар тыуып тора. 1945 йылда үҙ-үҙенә ҡул һалған фюрер мәйетен генә алайыҡ. Уның кәүҙәһен совет ғәскәрҙәре таба һәм Ева Браун, ҡатыны менән шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалған, ә унан алда 6 балаһын үлтергән Өсөнсө рейхтың пропаганда министры Йозеф Геббельстың кәүҙәһе менән бергә йәшерен рәүештә Көнсығыш Берлинда ерләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың мәйеттәре бер нисә тапҡыр урынын алмаштырып ерләнә, аҙаҡ, йәшерен рәүештә яндырылып, көлө таратыла.
Енәйәтсе нацист Прибкеға ҡарата был ысулды ҡулланыу, моғайын, дөрөҫ булыр ине, сөнки Аргентина ла, уның тыуған ҡалаһы Хеннигсдорф та уның кәүҙәһен ҡабул итергә теләмәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий