четверг, 3 октября 2013 г.

Сюрприз. Берлускони Леттаға ярҙам итә.


Италия сенаты Энрико Леттаның коалицион хөкүмәтенә ышаныс белдерҙе. Быға Сильвио Берлускони булышлыҡ итте. 235 сенатор быға ыңғай ҡараһа, 70-е ҡаршы булды. Парламенттың юғары палатаһындағы бындай ҡырҡа боролош тауыш бирер алдынан булды. Берлускони “ил мәнфәғәтендә” “Азатлыҡ халҡы” фирҡәһендәге үҙенең яҡлыларҙы “кабинетҡа ышаныс белдерергә” саҡырҙы.

“Бөгөн беҙҙең демократия өсөн тарихи көн,-тип белдерҙе Летта парламенттың түбәнге палатаһында сығыш яһағанда.-Беҙ эшебеҙ өсөн мөһим булған шарттарға эйә булдыҡ һәм киләсәккә ышаныслыраҡ ҡарай алабыҙ”.


Берлускониҙан сенатта бындай сығышты берәү ҙә көтмәгәйне, күптәр уны капитуляция, тип атай. Шул рәүешле сәйәси көрсөк тамамланды тигән һүҙ. Тап Берлускони арҡаһында ышаныс вотумы өсөн тауыш биреү хәжәте килеп тыуғайны. Шаршамбы иртән генә Берлускони “Азатлыҡ халҡы” парламентарийҙарын ҡаршы тауыш бирергә һәм яңы һайлауҙар үткәрергә өгөтләгәйне, әммә уның фирҡәһендә тарҡаулыҡ башланды. Ҡыҫҡаһы, Кавальере“Азатлыҡ халҡы” берҙәмлеген һаҡлап ҡалырға ҡарар итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий