четверг, 3 октября 2013 г.

Microsoft Гейтстан ҡотолорға уйлаймы?


Рейтер агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Microsoftтың 20 ҙур вклад һалыусыһының өсәүһе корпорацияға нигеҙ һалыусы Билл Гейтсты директорҙар советы рәйесе урынынан ебәрмәк булып баҫым яһай. Сығанаҡтар буйынса, акционерҙар 38 йыл элек компанияны барлыҡҡа килтергән Гейтс хәҙер уның стратегияһын үҙгәртергә ҡамасаулай, тип иҫәпләй.
Ә мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. 2008 йылда Гейтстан һуң гендиректор урынын биләгән Стив Балмер августа бер йыл эсендә китәсәген иғлан итте. Был гигант шунан алда ғына ике топ-менеджерын юғалтты. Күптәр уны һуңғы йылдарҙағы уңышһыҙлыҡтар менән бәйләй- Балмер үҙе үк Microsoftтың хаталыҡ менән мобиль ҡоролмалар баҙарын ҡулдан ысҡындырыуы хаҡында әйткәйне. Бөгөн смартфон һәм планшеттарҙы персональ компьютерҙарға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк һатып алалар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий