пятница, 4 октября 2013 г.

АҠШ-та бюджет көрсөгө.


АҠШ президенты асыулы. Хөкүмәттең эшен туҡтатырға мәжбүр иткән бюджет көрсөгөнөң өсөнсө көнөндә Барак Обама был хәлдең килеп тыуыуы өсөн республиканлыларҙы һәм АҠШ Конгресы вәкилдәр палатаһы спикеры Джон Бейнерҙы ғәйепләне. Вашингтон янындағы Роквиллда сығыш яһап, Аҡ йорт хужаһы былай тип белдерҙе:
“Хөкүмәттең эшен тергеҙергә, кешеләргә эш урындарына ҡайтырға ҡамасаулаған берҙән-бер нәмә- спикер Джон Бейнерҙың позицияһы, ул, үҙ фирҡәһенең экстремистарын асыуландырмаҫ өсөн, федераль министерстволар һәм ведомстволарҙың эшен ваҡытлыса финанслау тураһындағы резолюцияны тауышҡа ҡуйырға теләмәй.”
Хөкүмәт сығымдарын финанслауҙы башлауға һәм дәүләт бурысы кимәлен күтәреүгә алмашҡа вәкилдәр палатаһын контролдә тотҡан республиканлылар Обаманы һәм демократтарҙы ташламалар яһарға мәжбүр итмәксе. Беренсе нәүбәттә улар Обама инициаторы булған һаулыҡ һаҡлау системаһы реформаһын финанслауҙы туҡтатыуҙы, кисектереүҙе йәки ҡыҫҡартыуҙы талап итә. Президент иһә бирешергә теләмәй.

Европа АҠШ-тағы хәлдәрҙе иғтибар менән күҙәтә. Европа Үҙәк банкы белдереүенсә, АҠШ бюджет көрсөгөнөң оҙаҡҡа һуҙылыуы бөтә донъя иҡтисадын хәүеф аҫтына ҡуясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий