пятница, 4 октября 2013 г.

Фукусима: стронций норманан бер нисә мең тапҡырға юғары булған һыу диңгеҙгә эләгеүе ихтимал.


Японияның Фукусима атом электростанцияһынан йәнә радиоактив һыу ағып сыҡҡан. Ундағы стронций кимәле бер нисә мең тапҡыр норманан артып китә. ТЕРСО станцияһы компания-операторы һыуҙың диңгеҙгә ағып төшөү ихтималлығын инҡар итмәй, ағып сыҡҡан һыуҙың теүәл генә кимәлен дә әйтә алмай. Хәбәр итеүҙәренсә, быға һыулы цистернаның ауыш хәлдә тороуы ла булышлыҡ иткәндер, тип иҫәпләйҙәр. Шыйыҡлыҡ резервуар ҡапҡасының уның стеналарына беркетелгән урынынан ағып сыҡҡан, тип уйлайҙар.
Радиоактив һыуҙың ағып сығыуы- Фукусима атом электростанцияһының һуңғы айҙарҙағы төп проблемаһы. Августа ер өҫтөндәге ҡорос һаҡлағыстан 300 тонна радиоактив шыйыҡлыҡ ағып сыҡтҡайны. Станциялағы 2011 йылғы һәләкәттән һуң, был ваҡиға иң хәүефлеһе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий