пятница, 4 октября 2013 г.

Эквадор парламенты милли паркта нефть сығарыуҙы рөхсәт итте.


Эквадор парламенты күпселек тауыш менән илдәге иң ҙур Ясуни милли паркы территорияһында нефть сығарыуҙы рөхсәт итте. Нефть ятҡылығында эш башлау ниәте тураһында 2010 йылда уҡ иғлан иткәйнеләр. Тәбиғәт һағында тороусылар һәм милли парк территорияһында йәшәүсе индеецтар проектҡа ҡаршы сыҡты. 

Кито, әгәр башҡа илдәр һәм иницитива төркөмдәре сығарырға йыйынған нефть хаҡының яртыһын- 3,6 миллиард долларҙы ҡаплатһа, проекттан баш тартасаҡтары хаҡында белдерҙе. Ҡайһы бер Эквадор активистары властарҙан референдум үткәреүҙе талап итә. Эквадор президенты Рафаэль Корреа нефть сығарыу тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян һалмаясаҡ, тип ышандыра. Ятҡылыҡтың дөйөм запасы- 850 миллион баррель. Баҙарға ул өс йылдан һуң уҡ сығарылыуы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий