понедельник, 7 октября 2013 г.

Ҡытайға “Фитоу” яҡынлаша.


Ҡеүәтле “Фитоу”тайфуны яҡынлашыу сәбәпле, Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығышынан 400 меңдән ашыу кеше эвакуацияланған. Урындағы бөтә балыҡ тотоу караптарына порттарға ҡайтырға ҡушылған. Яр буйындағы ел тиҙлеге секундына 40 метрҙан ашып китә, ә тулҡындарҙың бейеклеге 12 метрға етә. Стихияның төп һөжүме Чжэцзян һәм Фуцзянь провинцияларына тура килер тип көтөлә. Урындағы халыҡтан тыш властарға ял ваҡытында ҠХР көнөн байрам итергә килгән бик күп туристарҙы ла эвакуацияларға тура килде. Фитоу- быйыл Ҡытай ярҙарына килеп еткән тайфундарҙың 23-өнсөһө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий