понедельник, 7 октября 2013 г.

Водолаздар Лампедуза янында һәләк булғандарҙы эҙләй.


Лампедуза янында өс көн элек караптың һәләкәткә осрауы арҡаһында үлеүселәрҙе эҙләйҙәр. Суднола Африка илдәренән 500 легаль булмаған мигрант булған, уларҙың 155-е генә ҡотолоп ҡалған. Әлегә водолаздар һыу аҫтынан 180 кәүҙәне табып сығарған. Хәбәрһеҙ юғалғандар һаны 100-ҙән ашыу.
Италия арта барған легаль булмаған мигранттарға ҡарата дөйөм Европа сәйәсәтен булдырыуҙы талап итә. Был турала Лампедузаға килгән интеграция министры Сесиль Кьенге белдереү яһаны:
“Беҙ үҙебеҙ генә был фажиғәне йырып сыға алмайбыҙ, бөтә Европаның ярҙамы кәрәк. Яҡлау көтөп, ярҙам өмөт итеп килгән ҡасаҡтарға беҙ яуап бирергә тейешбеҙ.”
Йома Италияла фажиғә ҡорбандарына бағышлап милли матәм көнө иғлан ителде. Властар, һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларҙан сығып, яҡын арала миграцион ҡануниәтте ҡайтанан ҡарарға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Италияға йыл башынан алып 30 мең легаль булмаған иммигрант йөҙөп килгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий