пятница, 25 октября 2013 г.

Ангела Меркель: “Дуҫтар араһында күҙәтеү алып барылырға тейеш түгел.”


“Дуҫтар араһында күҙәтеү алып барылырға тейеш түгел”-Германия канцлеры Ангела Меркель кәрәҙле телефонынан һөйләшеүен Американың махсус хеҙмәттәре тыңлауҙары мөмкин тигән хәбәргә шулай яуап ҡайтарҙы. Шаршамбы кис ул турала Германия хөкүмәте хәбәр итте. Ангела Меркель АҠШ президентынан аңлатма биреүҙе талап итте. Барак Обама ышандырыуынса, немец дәүләте башлығы артынан берәү ҙә күҙәтмәй һәм күҙәтмәйәсәк тә.
“АҠШ Милли именлек агенствоһы хаҡында һүҙҙәр ҡуйыра башлағас та, Америка президентына мин осрашҡан һайын бер үк нәмәне ҡабатланым: “Дуҫтар араһында күҙәтеү алып барылырға тейеш түгел.” Мин уға был турала июндә, ул Берлинға килгәс әйткәйнем, кисә лә телефон аша шул турала һүҙ булды. Һүҙ минән бигерәк бөтә немец граждандары тураһында бара. Союздаштар һәм партнерҙар араһында ышаныс булырға тейеш”,-тип белдерҙе Меркель Брюссель саммиты кулуарҙарында.
Бынан алда сит ил эштәре министры АҠШ-тың Берлиндағы илсеһен аңлатма талап итеп саҡыртҡайны.
Америка махсус хеҙмәттәре тарафынан канцлерҙың телефоны тыңланыуы ихтимал тигән фекер Германия федераль прокуратураһын һағайтты. Ул, Милли именлек агенствоһы эшмәкәрлегенең ГФР енәйәт кодексының агентура эшмәкәрлеге өсөн яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан 99-сы статьяһына тап килеү-килмәүен асыҡлау өсөн, тейешле мәғлүмәтте бөтә профилле ведомстволарҙан да һорарға ниәтләй.
Германия парламентының  махсус хеҙмәттәрҙең эшен контролдә тотоу комитеты был мәсьәлә буйынса ғәҙәттән тыш ултырыш уҙғарасаҡ. Комитет рәйесе Томас Опперманн әйтеүенсә, “АҠШ Милли именлек агенствоһы эшмәкәрлеге бөтөнләй контролдән сыҡҡан, ул демократик надзорҙың бөтөнләй икенсе яғында торғанға оҡшай.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий