Европа саммиты көн
тәртибендә “шпион ғауғаһы”төп урында торҙо, әммә берҙән-бер пункт булманы.
Евроберләшмәнең 28
иленең башлығы легаль булмаған иммиграция проблемаһы хаҡында ла һөйләште.
Лампедуза ярҙарындағы фажиғәгә өс аҙна үткәндән һуң, Италия, шулай уҡ Испания,
Мальта, Греция һәм Кипр партнерҙарынан легаль булмаған иммигранттар ағымына сик
ҡуйыу буйынса конкрет саралар күреүҙе, айырым алғанда, Сик буйҙары именлеге
агенствоһын финанслауҙы арттырыуҙы талап итмәксе.
Саммиттың иҡтисади
мәсьәләләре араһында- Банк берләшмәһен, банкротлыҡты регулирлаусы берҙәм
механизм төҙөү. Париж был механизмдың май айындағы Европарламент һайлауҙарына
ҡәҙәр эшләй башлауын теләй.
Бынан тыш Евроберләшмә
лидерҙары уҙған июнь саммитында ҡаралған эшһеҙ йәштәргә ярҙам программаһын
раҫларға тейеш.
Шулай уҡ ноябрь
аҙағында Вильнюста үтәсәк “Көнсығыш партнерлығы”саммитына әҙерлек хаҡында ла
һөйләшеү буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий