четверг, 24 октября 2013 г.

Европарламент Американың SWIFT программаһында ҡатнашыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә.


Европарламент Еврокомиссияға Евроберләшмәнең Американың террористар финанс ағымын күҙәтеү программаһында ҡатнашыуын туҡтатырға тәҡдим итә.
Депутаттар шаршамбы көн Страсбургтағы ассамблеяның пленар сессияһында ул резолюцияны 280 тауыш менән раҫланы, 254-е ҡаршы булды, 30-ы тауыш бирмәй ҡалды. Программа АҠШ надзор органдары тарафынан Бельгиялағы SWIFT банк-ара системаһы менән ҡулланыусыларҙың бөтә шәхси мәғлүмәттәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. Ул донъялағы 10 мең финанс-кредит учреждениеһын берләштерә. Программала мәғлүмәттәрҙең терроризмға ҡаршы тороу маҡсатында тапшырылыуы тураһында аныҡ әйтелә. Евродепутаттарҙың фекере буйынса, Эдвард Сноудендың күптән түгел АҠШ Милли именлек агенствоһы эшмәкәрлеген фашлауы Америка яғы, Европа властарына хәбәр итеп тормайынса, даими рәүештә мәғлүмәттәр йыя тигән фекер ҡалдыра.
Октябрь башында эске эштәр буйынса еврокомиссар Сесилия Мальстрем “терроризмға ҡаршы АҠШ прогаммаһы килешеүен боҙоуға дәлилдәр” булмауын белдерҙе. Ләкин депутаттар башҡасараҡ уйлай. Парламентарийҙар Евроберләшмә дәүләттәренә был эш буйынса Европолдың махсус бүлеге тикшереү башлауын һорап мөрәжәғәт итте.
Европа-Америка хеҙмәттәшлеген өҙөү өсөн, Евроберләшмәнең 28 ағзаһының да ризалығы кәрәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий