вторник, 26 ноября 2013 г.

Сүриә конфликты: “Женева-2” 22 ғинуарға тәғәйенләнде.


Сүриә конфликтына нөктә ҡуйырға тейешле һөйләшеүҙәрҙең яңы датаһы билдәләнде: осрашыуҙы Женевала Берләшкән Милләттәр ойошмаһы ҡанаты аҫтында 22 ғинуарҙа үткәрергә ниәтләйҙәр.

Һөйләшеүҙәрҙә кемдәр ҡатнашасағы, Ирандың унда саҡырылыу-саҡырылмауы әлегә билдәһеҙ. БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мун иһә региональ һәм халыҡ-ара партнерҙар “Женева-2”атамаһын алған тыныслыҡ инициативаһын яҡлар, тип өмөт итә.

Һөйләшеүҙәрҙең маҡсаты- башҡарма власть көсөнә эйә булған Сүриәнең күсеш хөкүмәтен төҙөү хаҡында килешеү.

Пан Ги Мундың фекере буйынса, конфликттың ике яғындалар ҙа “Женева-2” һөйләшеүҙәренең уңышлы тамамланыуына ынтылырға тейеш- был 100 мең ғүмерҙе ҡыйған һәм миллиондарса кешене йорт-ерһеҙ ҡалдырған һуғышты тамамлау юлындағы мөһим аҙым.


Әгәр һөйләшеүҙәр уҙғарылһа, ул, өс йылға яҡын барған ҡан ҡойоштан һуң, Сүриә хөкүмәте һәм баш күтәреүселәрҙең төрлө төркөм вәкилдәрен бер өҫтәл артына йыясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий