вторник, 26 ноября 2013 г.

Таиланд: властар оппозиция менән һөйләшергә әҙер.


Таиландта хөкүмәткә ҡаршы ҡеүәтле ҡаршылыҡ акциялары бара. Акцияла ҡатнашыусылар власты парламентты таратырға саҡыра һәм кабинетты отставкаға ебәреүҙе талап итә. Дүшәмбе меңдән ашыу кеше финанс министрлығы бинаһына бәреп инде. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө хөкүмәттең ижтимағи бәйләнештәр департаменты эргәһендә лагерь ҡорҙо.
Манифестацияла ҡатнашыусылар кабинет ағзаларының элекке премьер Таксин Чинавант менән бәйләнешенә ҡаршы, уның һеңлеһе хәҙер хөкүмәткә етәкселек итә. Акцияны ойоштороусыларҙың фекеренсә, элекке премьер аҫтыртын ғына ил менән идара итеүҙе дауам итә.

Таиландтағы оппозиция маршында 150 мең кеше ҡатнаша. Демонстрацияла ҡатнашыусылар финанс министрлығынан тыш сит ил министрлығы территорияһын да үҙ контроле аҫтына алды. Бангкокта һәм уға яҡын провинцияларҙа юғары хәүефһеҙлек саралары индерелгән. Шул фонда Таиланд властарының оппозиция менән һөйләшеүҙәр башларға ниәтләүе тураһындағы хәбәрҙәр ишетелә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий