вторник, 26 ноября 2013 г.

Европа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы көрәш көнөн билдәләне.


14 йыл рәттән 25 ноябрҙә бөтә донъя Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы көрәш көнөн билдәләй.
Европала БМО индергән был датаны берекмәләр шуны хәтергә төшөрөү өсөн файҙалана: ҡатын-ҡыҙҙарға ҡаршы көс ҡулланыу- донъяла иң киң таралған хоҡуҡ боҙоу. БМО мәғлүмәттәре буйынса, ул яман шеш ауырыуҙары, юл-транспорт фажиғәләре һәм һуғыш хәрәкәттәренә ҡарағанда ла күберәк ғүмерҙе өҙә.
Италияның Палермо ҡалаһындағы манифестацияла ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡаршы енәйәттәрҙә төп урынды ғаиләләге көс ҡулланыуҙар алып тороуына иғтибарҙы йәлеп итергә тырышты.
Евроберләшмәлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы дәүләт кампанияһын тәүгеләрҙән булып башлаған илдә- Испанияла, тиҫтәләгән активист урамдарға сыҡты.
“Быға күптәр дусар була, әммә уларҙың байтағы өндәшмәүҙе хуп күрә- был иһә хәлде ҡатмарландыра ғына. Гел түҙергә, ғәфү итергә тырышһаң, хәлдәр хөртәйә генә бара, көс ҡулланыусы үҙгәрергә уйламаясаҡ та,-” ти 17 йәшендә өйөндә көс ҡулланыу ҡорбаны булған акцияла ҡатнашыусы.
Социалистик оппозиция уң Испания хөкүмәтен был хоҡуҡ һаҡлау сәйәсәтен артабан уҙғарыуҙы хәүеф аҫтына ҡуйған иҫ киткес ҙур бюджет ҡыҫҡартыуҙары өсөн ғәйепләй.
Францияла социалистар хөкүмәте 2017 йылда йортонда көс ҡулланыуҙарға дусар булыусылар өсөн 1650 үҙәк асырға йөкләмә алды. Был илдә һәр өс көн һайын “үҙ яртыһы” ҡулынан бер ҡатын һәләк була.




Комментариев нет:

Отправить комментарий