понедельник, 25 ноября 2013 г.

Сербия. “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе төҙөлөшө башланды.


Сербия президенты Томислав Николич “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе төҙөлөшө башланыуға старт бирҙе. Сербияның Шайкаш ауылында уның тәүге төкәмәһе иретеп йәбештерелде. “Газпром” һәм “Сербиягаз” 10 йыл эсендә йыл һайын 1,5 млрд кубометрға ҡәҙәр Рәсәй газын Сербияға оҙатыу хаҡында оҙайлы контракт төҙөнө.

РФ президенты Владимир Путин һүҙҙәре буйынса, “Көньяҡ ағым” халыҡ-ара энергетика именлеген нығытыуға ҙур ғына өлөш индерәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий