понедельник, 25 ноября 2013 г.

Афғанстан президенты АҠШ менән килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тартты.


Йәкшәмбе көн Афғанстан ҡәбилә башлыҡтары йыйыны бер тауыштан АҠШ менән именлек хаҡында килешеүҙе төҙөүҙе яҡлап сығыш яһаны. Ике яҡлы килешеү 2014 йылдан һуң Америка ғәскәрҙәренең Афғанстанда ҡалыу тәртибен билдәләргә тейеш ине. Әммә президент Хәмит Карзай килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тартты. Аҡһаҡалдарға мөрәжәғәт итеп ул былай тине:
“Беҙҙең төп шарт- тыныслыҡ булдырыу. Был документҡа ҡул ҡуйыр алдынан АҠШ беҙҙең илдә тыныслыҡ булдырырға тейеш, шул саҡта ғына беҙ килешеү төҙөйәсәкбеҙ.”

87 мең кешенән торған сит ил хәрби көстәрен Афғанстандан сығарыу ошо йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Бынан һуң американлылар үҙҙәренең 10 мең хәрби хеҙмәткәрен ҡалдырырға теләгәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий