Женевала халыҡ-ара 6
аралашсының Иран менән һөйләшеүҙәре был илдең ядро программаһы буйынса килешеү
менән тамамланды. Журналистарға был турала Ирандың, Именлек Советының 5 даими
ағзаһының һәм Германияның сит ил эштәре министрҙары, шулай уҡ Евроберләшмәнең
сит ил эштәре буйынса юғары вәкиле Кэтрин Эштон хәбәр итте. Һөйләшеүҙәрҙә
ҡатнашыусыларҙың исеменән белдереү менән Кэтрин Эштон сығыш яһаны.
Килешеү Иранға уранды
байытыу хоҡуғын бирмәй. Таһран ядро программаһы буйынса ҡайһы бер эштәрен, шул
иҫәптән плутоний эшләп сығарырға һәләтле Арака реакторындағы эштәрҙе лә туҡтатырға тейеш. Бынан тыш Иран 20 процентҡа
ҡәҙәр байытылған уранды ла нейтралләштерергә йөкләмә ала. 6 айҙан ул юҡҡа
сығарыласаҡ.
АҠШ президенты Барак
Обама Женевалағы һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһаны:
“Бөгөн беҙҙең
дипломатия хәүефһеҙерәк донъяға табан йәнә бер аҙым яһаны. Киләсәктә Иран ядро
программаһының тыныслыҡҡа тоҫҡаламы, ядро ҡоралы булдырылмаясаҡмы икәнлеген
тикшерә аласаҡбыҙ. Бөгөнгө белдереү- дөйөм килешеүгә тәүге аҙым ғына. Иран менән
тиҫтә йыл буйы барған һөйләшеүҙәрҙә тәүге тапҡыр алға китеш күрҙек. Иран
билдәле кимәлгә ҡәҙәр уран байытыу эштәрен туҡтатасаҡ һәм запастарының бер
өлөшөн нейтралләштерәсәк.”
Обама хәбәр итеүенсә,
киләһе 6 ай эсендә тулы килешеү төҙөләсәк. Аҡ йорт башлығы Ирандың үҙ өҫтөнә
алған йөкләмәләрен үтәүҙе контролдә тоторға вәғәҙә бирҙе һәм, килешеү боҙолған
хәлдә, Таһранға ҡарата ҡаты санкциялар режимына кире ҡайтасаҡтарын әйтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий