воскресенье, 24 ноября 2013 г.

Ҡытай Япония менән бәхәскә кергән утрауҙар өҫтөндәге һауа киңлектәрен үҙ контроле аҫтына алды.


Ҡытай Япония менән бәхәскә кергән утрауҙар өҫтөндәге һауа киңлектәрен үҙ контроле аҫтына ала. Ҡытайҙың оборона министрлығы,  Сенкаку (Дяоюйдао) утрауҙары өҫтөндәге һауа киңлеген дә индереп, илдең һауа һөжүменә ҡаршы яҡлау зонаһын киңәйтте. Хәҙер, Пекиндың талаптары буйынса, бындағы һауа юлдары буйлап үтеүсе самолеттар үҙҙәре һәм үҙҙәренең маршруты хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш.
“Ҡытайҙың үҙ-үҙен һаҡлау сиктәрендә ҡабул ителгән сараһы ул,-тип белдерҙе Ҡытай оборона ведомствоһы вәкиле.-Был сара ниндәйҙер аныҡ бер илгә, маҡсатҡа йүнәлтелмәгән. Ул һауа киңлектәрендәге осош юлдарына кәртә ҡуймай.”
Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң, утрауҙар АҠШ контроле аҫтында ине, 70-се йылдарҙа ул Окинава утрауҙары менән бергә Японияға тапшырылды. Ҡытайҙың фекере буйынса, Япония законһыҙ рәүештә уны үҙ ҡулында тота.

Территориялар буйынса бәхәс уҙған йылдың уртаһында, Япония хөкүмәте утрауҙарҙы национализациялауы тураһында белдергәс ҡырҡыулашып китте. Ҡытайҙа Японияға ҡаршы демонстрациялар булып үтте, ә ил лидерҙары, ҠХР-ҙың бөтөнлөгөн һәм суверенлығын яҡлау өсөн, теләһә ниндәй саралар ҡулланырға ла әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий