пятница, 15 ноября 2013 г.

Венгрия- Шенгендың көнсығыштағы ҡапҡаһы.


 Венгрияға мигранттар килеп тулды: былтыр 2 мең кеше һыйыныу урыны һораһа, быйылғы әле тамамланмаған йылда уларҙың иҫәбе 17 мең.
 Хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙың белдереүенсә, ил власы ҡануниәт йәһәтенән дә, практик йәһәттән дә быға әҙер түгел.
”Сербиянан беҙ ниңә ҡасҡанбыҙ, унда ниндәй проблемалар булған- былар бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай,-ти ҡасаҡтарҙың береһе.-Күҙебеҙгә туп-тура ҡарап, бында беҙгә һыйыныу урыны бирелмәйәсәге хаҡында әйтәләр.”
Хөкүмәттә иһә күпселек мигранттарҙың Венгрияны туҡтап китер ер итеп файҙаланыуҙарын һәм юлдарын артабан дауам итеүҙәрен һөйләйҙәр. Әйтеүҙәренсә, ҡалырға теләүселәр ярҙамға өмөт итә ала, быға мөмкинлектәр бар.
Жужанна Вег, иммиграцион департамент башлығы:
 “Бында килеүселәрҙең күбеһе, үҙенең һорауына яуапты ла көтмәй, артабан юл тотоуын иҫәпкә алһаҡ, ҡалғандарын беҙ урынлаштыра алабыҙ. ”
Мигранттарҙың шул ҡәҙәр күп килеүе арҡаһында, хөкүмәткә мигранттар лагерында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға тура килә.
Андраш Коватш, Венгрияның мигранттар ассоциацияһы директоры:
“Миграцион системала эшләүсе эксперттарҙың барыһының да тейешле тәжрибәһе, әҙерлеге юҡ, шуға күрә беҙ йыш ҡына проблемалар, конфликттар хаҡында сигналдар алып торабыҙ.”
Хәбәрсебеҙ Андреа Хаягош хәбәр итеүенсә, “мигранттарҙың көслө ағымы кәмеү-кәмемәүен берәү ҙә белмәй. Болгария һәм Румыния киләһе йыл башына Шенген зонаһына әле инмәйәсәк, шуға ла Венгрия Шенген зонаһының көнсығыш ҡапҡаһы булып ҡала.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий