четверг, 14 ноября 2013 г.

Джон Керри: Иранға ҡаршы яңы санкциялар һөйләшеүҙәр алып барыуға ҡамасаулаясаҡ.


Иранға ҡаршы яңы санкциялар Таһрандың ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәр алып барыуға ҡамасаулаясаҡ- АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри Америка Конгресын шул турала киҫәтте. Дипломаттың белдереүенсә, АҠШ һәм донъяның башҡа державалары килешеү төҙөргә әҙер, уның буйынса, әгәр Таһран ядро ҡоралы эшләп сығармаясағына гарантия бирһә, Иранға ҡаршы санкциялар йомшартыласаҡ.

Керри: “Яңы санкциялар индерелмәҫ тип өмөтләнәм, сөнки беҙ һөйләшеү алып барған кешеләр быны бик кире ҡабул итәсәк. Әгәр Конгресс санкцияларҙы ҡатыландырыуға йөҙ тотһа, был һөйләшеүҙәрҙе өҙөүе ихтимал. Беҙ Конгрестан дипломатияға шанс биреүҙе һорайбыҙ.”

“Хезболлах”шиғый төркөмө башлығы Хәсән Насралла Бейрутта үҙенең яҡлылар алдында сығыш яһап былай тине:”Әгәр Иран һәм алты ил Таһрандың ядро досьеһы буйынса килешә алмаһа, был Яҡын Көнсығышта һуғышҡа алып киләсәк.”


Уҙған ялдағы Женева һөйләшеүҙәрендә Таһран ядро программаһы буйынса килешеү төҙөүҙән баш тартты. Дипломаттың һүҙҙәре буйынса, төп кәртә шунда: Иран рәсми рәүештә уранды байытырға “хоҡуғы” барлығын таныуҙы һорай. Һөйләшеүҙәрҙең киләһе раунды 20 ноябргә тәғәйенләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий