четверг, 14 ноября 2013 г.

Таклобандың батыр етемдәре.


Филиппиндың диңгеҙ ҡойононан ҡотолоп ҡалған Таклобанында ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Стритлайт” балалар йортоноң 50 тәрбиәләнеүсеһе лә бар. Бина ныҡ зыян күргән, әммә балалар йорто директоры норвег Эрленд Йоханнесен балаларҙың барыһын да ҡотҡара алыуы менән бәхетле:
“Тайфун килтереп бәргәс, беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡыйыҡҡа күтәрелдек. Биш метрлыҡ тулҡындар стенаны дөмбәҫләй башланы, бөтә бина һелкенеп торҙо. Ел тиҙлеге сәғәтенә 300 километрға етте, беҙ һәләк булырбыҙ тип ҡурҡтыҡ. Ә балалар шул ҡәҙәр батырлыҡ күрһәтте! Минең иҫ киткес шәп ярҙамсыларым булды. Улар филиппиндарға хас рух күтәренкелеген юғалтманы. Берәү ҙә беҙҙе ҡалдырып китмәне. Һәммәһе лә берҙәм булды, бер-береһенә ярҙам итте. Өлкәндәр балаларҙы үҙенекеләй күреп һаҡланы, яҡланы.”
Балалар йорто бинаһы йәшәү өсөн хәҙер яраҡлы түгел. Тәрбиәселәр һәм балалар эргәләге паркта лагерь ҡороп урынлашҡан һәм емерек бинала имен ҡалған әйберҙәре эҙләп табырға тырыша. Уларҙың башҡа барыр ере юҡ. Сәскә атып ултырған порт ҡаласығының 90 проценты хараба хәлендә.

“Стритлайт” тәрбиәләнеүселәрен Филиппин балалар йорттарының береһе үҙенә алырға ҡарар итте, ләкин әлегә балаларҙы алып сығырға мөмкинлек юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий