Мальта парламенты
Евроберләшмә гражданины булмағандарға утрауҙағы дәүләт паспортын һатырға рөхсәт
итеүсе закон проектын раҫланы. Властар фекере буйынса, был илгә бай
инвесторҙарҙы йәлеп итәсәк- паспорт 650 мең евро торасаҡ бит. Урындағы баҫмалар,
йыл һайын 200-300 кеше был сумманы түләр, тип иҫәпләй, сөнки Мальта-
Евроберләшмәнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы һәм уның гражданлығы Евроберләшмәнең
теләгән бер илендә йәшәргә, эшләргә мөмкинлек бирә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий