среда, 13 ноября 2013 г.

Германия интернетта 30-сы йылдарҙа юғалған картиналарҙы баҫтырып сығара башланы.


Германия властары 30-сы йылдарҙа нацистар конфикациялаған һәм былтыр табып алынған картиналарҙы интернетта баҫтырып сығара башланы. Lostart сайтына Шагал, Пикассо, Матисс һәм башҡа рәссам-модернистарҙың 25 картинаһының фотоһы ҡуйылды. Шунда уҡ дөйөм иҫәбе мең ярым самаһы булған картиналарҙың исемлеге бирелгән.
Дитер Грауман, йәһүд общинаһы президенты:
“Барыһы ла бығаса күрелмәгәнсә асыҡтан-асыҡ эшләнә. Картиналарҙың интернетта күренеүе яҡшы. Тик был эште күптән атҡараһы булған.”
Немец хөкүмәте тәнҡит уты аҫтында, бигерәк тә нацистарҙан таланғандарҙың вариҫтары тәнҡите аҫтына эләкте. Властар, “Фокус” журналы репортерҙары был турала белеп ҡалғансы, табышты йыл ярым буйы йәшергән.
Мюнхен коллекционеры Корнелиус Гурлитт иһә мең ярымдан ашыу картинаны үҙендә ғүмер буйы йәшереп тотҡан. Уларҙы атаһы юҡ ҡына хаҡҡа 30-40 йылдарҙа һатып алған.
Вилфрид Баусбак, Бавария юстиция министры:

“Германияның айырым тарихи яуаплылығы һәм картиналарҙың законлы хужаларының мәнфәғәте тураһында беҙ онотайбыҙ. Шуға күрә беҙгә был эштең енәйәти яғын да, картиналарҙың ҡайҙан килеп сығышын да ентекле тикшерергә кәрәк.”

Табылдыҡ картиналарҙың дөйөм хаҡы миллиард евроға барып баҫа.


Бер нисә картинаға дәғүә белдереүсе лә бар. Кемдер туғандарындағы картинаны таныған, ә кемдер табылдыҡ ҡайһы бер картиналарҙың 30-сы йылдарҙа өйҙәрен биҙәп тороуы хаҡында һөйләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий