среда, 13 ноября 2013 г.

Филиппин хәстәханалары утһыҙ һәм дарыуһыҙ эшләй.


Филиппин Таклобанындағы имен ҡалған бик әҙ генә хәстәханалар шығрым тулы, ә зыян күреүселәр килеүен дауам итә.
Ҡасандыр сәскә атып ултырған, 200 мең халыҡ йәшәгән порт ҡаласығы хараба хәлендә- “Хайян” диңгеҙ ҡойононоң иң көслө һөжүме бында булған. Таклобанда ут юҡ, электр тапшырыу линияларын тиҙ генә аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡтар, ә күсмә генераторҙар хәстәханаларҙа ла етешмәй.
Яҡындағы ауылдарҙың береһендә йәшәгән Эрми Тертис йәрәхәтләнгән әсәһен көскә алып килеп еткерә алған. Әсәһенең башы ныҡ йәрәхәтләнгән һәм ул бер нәмә лә күрмәй, тик хәстәханала уға хәҙер бер нисек тә ярҙам итә алмайҙар:
“Беҙ нимә эшләргә кәрәк икәнлеген дә белмәйбеҙ,- тип ҡайғыра ҡыҙы.-Проблеманы асыҡлар өсөн, уға кисекмәҫтән рентген кәрәк.”
Тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләгән врачтарҙың хеҙмәтен иң кәрәкле нәмәләрҙең булмауы ҡатмарландыра.
“Кешеләрҙе бороп сығара алмайбыҙ, барыһын да ҡабул итәбеҙ,- ти хәстәхананың баш врачы Альберт де Леон.-Нисек тә урынлаштырырға, тәрбиәләргә, дарыуҙар табырға тырышабыҙ.”
Емерелгән юлдар арҡаһында, дарыу һәм яра бәйләй торған материалдар ташыу ҡыйынлыҡ тыуҙыра, шул арҡала яралыларҙы ла ваҡытында килтереп еткерә алмайҙар.
Бер ҡатындың балаһы юлда, ҡулында үлгән:
“Мин кире ҡайтырға теләгәйнем, хәҙер был да мөмкин түгел. Барыр ерем дә, бәлкәсемде ерләр урыным да юҡ. Ә ул инде боҙола башланы...”
Эҫе, дымлы һауа ла хәлде ҡатмарлаштыра. Таҙа һыу етмәй, инфекция тиҙ генә таралып бара. Властар, тәбиғәт ҡазаһынан иҫән ҡалғандар ҙа үлә башлауы ихтимал, тип хәүефләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий