среда, 13 ноября 2013 г.

“Хайян” диңгеҙ ҡойоно БМО-ның тәбиғәт үҙгәреүенә ҡағылышлы конференцияһына импульс бирҙе.


Филиппин ҡойоно БМО-ның тәбиғәт үҙгәреүенә ҡағылышлы конференцияһы барған Варшаваға ла килеп етте. Экология ойошмалары активистары тәбиғәт ҡазаһынан зыян күргән ил халҡы менән теләктәшлек акцияһы ойошторҙо. Улар форумда ҡатнашыусыларҙы климат проблемаларына дусар булған үҫә барыусы илдәргә климат катаклизмдарына яраҡлашыуҙа кисекмәҫтән ярҙам саралары ҡабул итергә саҡырҙы. ОХFAM гуманитар ойошма вәкиле һүҙҙәре буйынса, форумда ҡатнашыусылар өсөн хафалы саң ҡағылды: “Филиппиндағы һымаҡ зыян һәм емереклектәр алып килгән һәләкәт эҙемтәләре менән көрәш схемаһын эшләргә кәрәк.”

Форум делегаттарының төп маҡсаты- 2015 йылда Париж конференцияһында раҫланасаҡ яңы климат килешеүенә нигеҙ һалыу. Дискуссиялар өсөн йәнә бер тема-“йәшел” фондты- үҫә барыусы илдәрҙең климат сәйәсәтен һәм экология инициативаларын финанслау.

Комментариев нет:

Отправить комментарий