вторник, 12 ноября 2013 г.

Бөтә донъя Филиппинға ярҙамға ашыға.


Емергес “Хайян” диңгеҙ ҡойоно булып 4 көн үткәс, Филиппинға гуманитар ярҙам килә башланы. 10 миллион тирәһе кеше был фажиғә менән күҙмә-күҙ осрашты, 660 меңе тыуған яғын ташлап китергә мәжбүр булды.
Тәбиғәт ҡазаһынан ҡотолғандар алдында торған төп мәсьәлә- был ауыр хәлдә нисек тә иҫән ҡалыу. Филиппин таҙа һыу, аҙыҡ-түлек, дарыуҙарға ҡытлыҡ кисерә, күптәрҙең өҫтөнә кейергә кейемдәре юҡ.
 БМО бөгөн ил-донорҙарға Филиппин халҡына кисекмәҫтән ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Бының өсөн архипелагҡа БМО-ның гуманитар мәсьәләр буйынса генераль сәркәтибе урынбаҫары Валери Амос килә.
Канада Филиппинға хәрби хеҙмәткәрҙәр төркөмөн ебәрә. С-17 хәрби-транспорт самолеты бортында алдынғы аяҡҡа баҫтырыу командаһынан тыш, ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек паектары, һыу бар. Канада Ҡыҙыл тәреһе Филиппинға хәрәкәтсән госпиталь алып киләсәк.

Австралиянан Филиппинға врачтар юлға сыға. Филиппинға ярҙамға АҠШ, Рәсәй, Бөйөк Британия, Япония, Яңы Зеландия, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәр ашыға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий