вторник, 12 ноября 2013 г.

Япония: йөҙмә ел станцияһы электр энергияһы эшләп сығара башланы.


Японияла төҙөлгән донъялағы иң ҙур йөҙмә ел станцияһы электр энергияһы эшләп сығара башланы. Тәүге блок Фукусима префектураһы ярҙары буйында. Ул потондарҙа урынлаштырылған 120 метр бейеклектәге башнянан һәм уға беркетелгән 80 метр оҙонлоғондағы ҡалаҡтарҙан ғибәрәт. Ҡоролманың ҡеүәте- 2 мең кВт. Ул йөҙмә трансформатор станцияһына тоташтырылған. Ҡоролманы асыу тантанаһында  Японияның иҡтисад министры былай тине:
“Бик күптәр “Фукусима” атом электр станцияһы һәләкәте ҡорбаны булды йәки зыян күрҙе, шуға күрә бында, Фукусима префектураһында, яңы, тергеҙелеп торған энергия сығанаҡтарын булдырыу үтә лә мөһим. Хөкүмәттең бурысы- был проектты уңышлы итеү”.

2011 йылдың мартындағы “Фукусима” атом электр станцияһындағы һәләкәттән һуң, Японияла альтернатив энергия сығанаҡтарына ҡыҙыҡһыныу артты. Ҡеүәтле ер тетрәү һәм уның артынан килеп бәргән цунами станцияла һәләкәт тыуҙырҙы. Һәләкәт булған станцияны тулыһынса һүтеп алыу 40 йылға һуҙылыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий