вторник, 12 ноября 2013 г.

Климат буйынса Варшава конференцияһы: маҡсаттар күп, өмөттәр әҙ.



Варшавала климат үҙгәреүенә бәйле БМО-ның сираттағы конференцияһы асылды. Ул алдына бик күп маҡсаттар ҡуя, әммә уларҙың үтәлеренә өмөттәр әҙ. Бындай конференциялар ике тиҫтә йыл буйы үткәрелә һәм күп ваҡыт һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Варшава конференцияһы 2015 йылда Парижда ҡул ҡуйылырға һәм Киото протоколын алмаштырырға тейешле глобаль килешеүгә әҙерлек маҡсатында үткәрелә.

“Дөрөҫөн әйткәндә, барыһын да өҫтәл артына ултыртып, 2015 йылда юридик бурыстар йөкмәтеүсе килешеүгә ҡул ҡуйып булыр, тип өмөтләнәм,-”ти конференцияла ҡатнашыусы Паскаль Жиро.
Климат йылыныуы хәүефе теорияһы яҡлылар раҫлауынса, индустриаль осорға саҡлы ваҡыттан алып планета температураһы 0,8 градусҡа күтәрелгән, ҡул ҡаушырып ултырғанда, 2100 йылға ул 5 градусҡа күтәрелсәк. Маҡсат иһә- йылыныуҙы 2 градус кимәлендә тотоп ҡалыу. Уға ирешеү өсөн, йыл һайын сығарып ташланған парник газдарын әлеге 50 гигатоннанан 2020 йылға 44-кә ҡалдырырға, 2050 йылға ике тапҡыр кәметергә кәрәк.
Элекке конференцияларҙа ҡатнашыусылар биргән вәғәҙәләр ҙә үтәлмәй ҡалған, парник газдарын сығарып ташлау арта бара, ә атмосфераны иң ныҡ бысратыусы күмер 2020 йылға Ҡытай һәм үҫә барыусы илдәр өсөн төп энергия сығанағына әүерелеүе ихтимал.
Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын үҙ елкәһендә татыған Ҡытай сәнәғәте алға киткән илдәр өсөн ҡаралған сикләүҙәргә дусар булмау шарты менән Варшавала асыҡтан-асыҡ хеҙмәттәшлеккә әҙер. 15 йыл элек Киото протоколы парник газдарын сығарып ташлауға сикләүҙәр индергәйне, әммә индустриаль һәм үҫә барыусы илдәр өсөн төрлө шарттар билдәләгәйне.
Хәҙер иһә бындай бүлеүҙәр булмаясаҡ. Проблема планетаны иң ныҡ бысратҡан илдәргә генә түгел, бөтә илдәргә лә ҡағыла. Донъяны иң ныҡ бысратыусы илдәр башында Ҡытай тора, бүлеп сығарылған парник газдарының 23 проценты уның намыҫында. Уның артынса АҠШ, Евроберләшмә, Рәсәй килә.
Киото протоколын  АҠШ раҫламаны. Көнбайыш илдәре менән сағыштырғанда, планлаштырылған зарарлы ҡалдыҡтарҙы сығарып ташлауҙы кәметеү кимәле уларҙа күпкә түбән, Евроберләшмә менән сағыштырғанда хатта 5 тапҡырға кәм.
Бынан тыш сәнәғәте үҫешкән алдынғы илдәр уҙған һөйләшеүҙәр барышында ҡуйылған йәнә бер мәсьәләне- климат үҙгәреүе менән бәйле көрәштә көньяҡ илдәргә финанс ярҙамы күрһәтеүҙе тотҡарлай. Копенгагенда төньяҡ илдәре был маҡсаттарға йыл һайын 100 миллиард доллар бүлергә вәғәҙә иткәйне. Әлегә уларҙың иҫәбенән бер цент та күсмәгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий