понедельник, 11 ноября 2013 г.

Сәғүд Ғәрәбстаны легаль булмаған иммигранттарҙы оҙата.


Меңләгән сит ил эшсеһе, улар күбеһе Африканан, Сәғүд Ғәрәбстанынан үҙ илдәренә оҙатыуҙы көтә. Уҙған йәкшәмбеләге ике сит ил кешеһенең ғүмерен өҙгән сыуалыштар ғәйепле быға. Хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың береһе Эфиопия гражданины.
Депортацияны көтөүселәрҙең күбеһе- властар виза бирмәгән легаль булмаған иммигранттар. Эфиопия властары Эр-Риядтан китергә тейешле үҙ граждандарын кисекмәҫтән алып ҡайтырға йыйыныуҙары хаҡында белдергән.
“Эфиоптарҙың бында проблемалары бар, улар ҡайтып китергә тейештәр”-тинеләр беҙгә, улар беҙгә бында йәшәргә рөхсәт итмәй. Мин бында, Сәғүд Ғәрәбстанында, өс йыл ярым эшләнем һәм бына ҡайтып китәм,- ти бер эшсе.
“Улар сит ил кешеләрен бында йәшәткеләре килмәй, беҙҙең ҡайтып китеүебеҙҙе талап итәләр. Улар, ғөмүмән, сит ил кешеләренең бында булыуын теләмәй.”
Гастарбайтерҙарҙың полиция менән бәрелеше шәмбе көн, сит ил кешеләре Эр-Риядтың тар ғына урамдарында баррикадалар ҡорғас башлана. Йөҙҙән ашыу автомобиль ватыла. Ваҡиға булған урынға килгән хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәре 500-ҙән ашыу кешене ҡулға ала, 68-е зыян күрә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий