понедельник, 11 ноября 2013 г.

Ирандар Женевалағы һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе хаҡында.


Иранда Женевалағы килешеү төҙөлмәйенсә тамамланған Таһран ядро программаһына бағышланған һөйләшеү һөҙөмтәләренә бөтә яҡлап аңлатма бирәләр. Урындағы гәзиттәр был темаға күп һанлы материалдар баҫтыра. Ҡала халҡы фекерҙәре менән уртаҡлаша, Женевалағы Иран делегацияһы эшмәкәрлеген яҡлай. Күптәр “алтау”ҙы ғәйепләй:

-Бөтә сит ил эштәре министрҙары көтмәгәндә һәм бик тиҙ Женеваға килеп етте. Мин шуға ышанам: улар аҫтыртын ғына Израиль менән килешеү төҙөгән. Кисекмәҫтән Женеваға килергә, моғайын, уларҙы Израиль саҡырғандыр. Израиль үҙ мәнфәғәтенә ҡаршы килерҙәй нимәлер булаһын тойғандыр.

-Әлбиттә, ҡасан да булһа килешеү төҙөлөр. Көнбайыш Иранға ҡарағанда үҙе күберәк юғалтыу кисерәсәген аңлағас булыр был. Улар быны һуңғы 30 йыл эсендә аңларға тейеш ине. Нисек кенә тимә, Көнбайыштың санкцияларына ҡарамай, беҙ уранды байытыу хоҡуғына эйә булдыҡ.

Израиль, АҠШ, ҡайһы бер көнбайыш илдәре, Иран ядро ҡоралы булдырырға маташа, тип шикләнә. Таһран иһә ядро программаһының тыныс характерҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий