понедельник, 11 ноября 2013 г.

Европала “йәшел”дәрҙең һайлауҙары башланды.


Брюсселдә Европа “Йәшелдәр” фирҡәһе праймеризы старт алды. Ул киләһе йылдың майында Европарламентҡа һайлауҙар барышында “йәшел”дәргә етәкселек итергә тейешле ике лидерҙы билдәләргә тейеш. Шуларҙың береһе Еврокомиссия башлығы посына кандидат буласаҡ. Дүрт дәғүәсе билдәләнде: француз Жозе Бове, немецтар Ребекка Гармз, Ска Келлер һәм итальян ҡатыны Моника Фрассони.
“Кандидаттар араһында еңеүсене билдәләү- иң мөһиме түгел,-ти Моника Фрассони.-Иң мөһиме- үҙебеҙ яҡлыларҙы ғына түгел, башҡа граждандарҙы ла мобилизациялау. Улар бер нәмәне аңларға тейеш: Европа сәйәсәтен үҙгәртеп була, беҙ уны яҡшырта алабыҙ. Күптәр Европаны үҙҙәренеке итеп тоймай, ә беҙ кешеләргә тап бына шуны ҡайтарырға теләйбеҙ.”
 Европа һайлауҙарына праймеризда кандидаттар һайлау өсөн тауыш биреү онлайнда үтәсәк. 16 йәше тулған, “йәшел”дәрҙең идеалдарын яҡлаған Евроберләшмәнең теләгән бер гражданины унда ҡатнаша аласаҡ.
“Пуск”төймәһенә баҫылды. Фирҡәнең төп кандидатын билдәләү өсөн, Евроберләшмәнең 200 000 “йәшел”е һәм улар яҡлылар тауыш биреүгә саҡырылды. Был -ҡәҙимге демократик йола ғына түгел, был -Евроберләшмә етәкселеге һәм ил-ағза граждандары араһындағы упҡынды кәметеү сараһы ла. Рудольф Герберт, махсус рәүештә “Евроньюс” өсөн Брюсселдән”.


Комментариев нет:

Отправить комментарий