Ватыҡ быялаға оҡшатып эшләнгән плакаттар Берлиндың
байтаҡ магазиндары витриналарына йәбештерелгән- Германия бөтә ил буйынса йәһүд
погромдары үткән “Гәлсәр төн”дөң 75 йыллығын билдәләй. 1938 йылдың 10 ноябрь
төнөндә немец ҡалалары урамдары йәһүд магазиндары витриналарының, йорт
тәҙрәләренең ватыҡтарына күмелә, ут төртөлгән синагогалар быҫҡып яна, 30 мең
кеше депортациялана.
Берлин кешеләре һөйләй:
“Кешеләргә беҙҙең шундай хайуан булыуыбыҙҙы иҫкә
төшөрөп торорға кәрәк. Был ҡот осҡос хәл!”
“Хәҙер Германияла төрлө илдәрҙән төрлө милләт халҡы
йәшәй. Уларға Берлинда башҡа ерҙәгегә ҡарағанда һәйбәтерәктер, тип өмөтләнәм.
Башҡаса ҡабатланмаһын өсөн, беҙ ул ваҡыттағы хәлдәрҙе иҫтә тоторға тейешбеҙ.”
Берлин магазиндарында “Гәлсәр төн” тарихы хаҡында
һөйләүсе буклеттар тараталар. Нацистар уны Париждағы Германия илселеге
сәркәтибе Эрнст фон Ратты 17 йәшлек йәһүд үҫмере Гершель Гриншпандың үлтереүенә
халыҡтың яуабы итеп күрһәтә. Ә тарихсыларҙың раҫлауынса, фон Ратты ҡотҡарып
булған, әммә врачтар, юғарынан килгән әмер буйынса, уға ярҙам итергә ашыҡмаған.
Аҙаҡ уның үлемен йәһүдтәргә ҡаршы кампания башлау өсөн файҙаланалар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий